Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары хэндбайктар менән тәьмин ителде

11 тыс. подписчиков

12+
12+

2 просмотра

34 минуты назад

ПожаловатьсяНарушение авторских прав

11 тыс. подписчиков

12+
12+

2 просмотра

34 минуты назад

ПожаловатьсяНарушение авторских прав
12+
12+

2 просмотра

34 минуты назад

Ул ҡул менән йөрөтә торған махсус велосипедтар. "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы ошондай комплекты мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларға беренсе тапҡыр тапшыра. Тулыраҡ киләһе яҙмала. Бындай велосипед ветерандарға ярыштарға әҙерләнергә һәм үҙеңде физик яҡтан яҡшы кимәлдә тоторға ярҙам итә. Бөтәһе ошондай 10 комплект тапшырылды. Бәхетле хужаларҙың береһе Рубен Хәсәнов. Махсус хәрби операцияла ул аяғын юғалтҡан, тыныс тормошҡа ҡайтыу менән спорт менән әүҙем шөғөлләнә башлаған. Рубен Хәсәнов Илеш районында социаль координатор булып эшләй, ветерандарға, яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә Пермдә "Батырлыҡ Кубогы" Бөтә Рәсәй физкультура фестивале үтте, унда Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн йәнә "Үҙ бизнесың" федераль программаһы старт алды. Был юлы проектта республика исеменән 37 кеше теркәлгән, улар араһында ветерандар, ғәмәлдәге яугирҙар һәм яҡындары бар. Шулай уҡ, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондында Шайморатов миҙалдары һәм төрлө ташламалар биргән "Хәрби хәрәкәттәр ветераны" тигән танытмалар тапшырылды. Документы егерменән ашыу ир-егет алды.

Название:

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары хэндбайктар менән тәьмин ителде

Категория:

Новости и СМИ